04:27 (UTC+5), 15 Марта 2016

Стәрлетамаҡта Башҡортостан Башлығы 12 кеше һәләк булған янғын урынында булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. 15 мартта иртәнге 6-сы 10 минутта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының дежур бүлегенә «01» хеҙмәте диспетчерынан Туҡаев тыҡрығындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
Тикшереү-оператив төркөм ике хужаға тәғәйенләнгән бер ҡатлы шәхси йорттоң яныуын асыҡланы. Фатирҙар 31 йәшлек ирҙеке һәм 53 йәшлек ҡатындыҡы.
Янғын һүндерелгәндән һуң 12 кешенең кәүҙәһе табылған. Әлеге ваҡытта полиция һәләк булыусыларҙың исемдәрен һәм янғын сәбәбен асыҡлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡҡа юлланды. Ул фажиғә урынында булды, әлеге ваҡытта унда Эске эштәр министрлығы эксперт-криминалистика үҙәгенең күсмә криминалистика лабораторияһы эшләй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика