Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Март 2016, 10:48
Мөбәрәков урамындағы янғынды һүндереүгә 21 берәмек махсус техника йәлеп ителде
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Мөбәрәков урамындағы янғынды һүндереүгә 21 берәмек махсус техника йәлеп ителде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 13 мартта «Юридик институт» туҡталышы янында 12 ҡатлы йорттоң ҡыйығы янды.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янғын һөҙөмтәһендә 80 квадрат метр майҙанда техник ҡат уттан зыян күргән. Халыҡ тиҙ арала эвакуацияланған. Янғынды һүндереүгә 48 кеше һәм 21 берәмек махсус техника, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 33 хеҙмәткәр һәм 12 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын һүндерелгән, зыян күреүселәр юҡ.
Теги:
янғын
ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Читайте нас