Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Февраль 2016, 16:43
Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығына һылтанып, һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Шаршамбы, 17 февралдә, айырым райондарҙа ҡар яуыуы, томан төшөүе, боҙлауыҡ булыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етәсәк.
Ҡотҡарыусылар мохтажлыҡһыҙ урамға сыҡмаҫҡа һәм яңылыҡтарҙы тыңларға кәңәш итә.
Синоптиктар
фаразлауынса
, иртәгә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, ҡар яуасаҡ, айырым райондарҙа көслө ел иҫәсәк. 17 февралдә төндә -6, -11, көндөҙ 0, -5 градус буласаҡ.
Теги:
ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
һауа торошо
Читайте нас