Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
19 Ғинуар 2016, 17:32

Ҡотҡарыусылар төбәктә дауыл буласағы хаҡында иҫкәртә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Ҡотҡарыусылар төбәктә дауыл буласағы хаҡында иҫкәртә. 19 ғинуарҙан 20-нә ҡарай республиканың көньяғында елдең көсәйеүе көтөлә, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, Башгидрометҡа һылтанып.
Ел секундына 20-25 метрға тиклем көсәйәсәк. Буран сығасаҡ, ҡайһы бер юл участкаларында — ҡар һырынтылары. Ошондай ҡатмарлы һауа шарттарына бәйле электр тапшырыу линияларының өҙөлөүе, насар нығытылған ҡоролмаларҙың емерелеүе, юл-транспорт ваҡиғаларының булыуы ихтимал.
Читайте нас