16:07 (UTC+5), 23 Ноябрь 2015

Республикала насар ғаиләләр һәм ауыр холоҡло үҫмерҙәр тураһында берҙәм мәғлүмәттәр банкы булдырыла

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Башҡортостанда социаль хәүефле хәлдә ҡалған һәм дәүләт яғынан ярҙамға мохтаж бәлиғ булмағандар хаҡында берҙәм мәғлүмәттәр банкы булдырыла. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса бүлектәрҙең һәм полицияның участка вәкилдәре эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы эске хеҙмәт полковнигы Рәмис Фәтхиев хәбәр итте. Был башланғысты республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хуплаған. Уның сығарған ҡарарына ярашлы, ошондай мәғлүмәттәр банкы 2016 йылдың 15 июленә тиклем булдырылырға тейеш.
Шундай ҡарар ҡабул итеү бөгөнгө көндә үҫмерҙәр мөхитендә килеп тыуған енәйәти хәлгә бәйле. Полковник Фәтхиевтың Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы ултырышында килтергән мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан бәлиғ булмағандарға ҡарата 2500 енәйәт ҡылынған (былтырғы менән сағыштырғанда 500-гә күберәк). 11 меңдән ашыу ата-әсәгә административ тәьҫир итеү сараһы күрелгән, шул иҫәптән 10542-һе бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
8100-ҙән ашыу ата-әсәнең балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәүе асыҡланған, бөгөн уларҙың 3207-һе иҫәпкә ҡуйылған. Республика судтарына ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында мәсьәләне ҡарау өсөн 368 материал ебәрелгән, шуларҙың 192-һен суд ҡәнәғәтләндергән. Эске эштәр органдары башланғысы менән Рәсәйҙең Ғаилә кодексы статьяларына ярашлы ғаиләләрҙән 302 бала тартып алынған.
Йыл башынан республика биләмәһендә үҫмерҙәр тарафынан 1025 енәйәт ҡылынған.
Рәмис Фәтхиев билдәләүенсә, ауыр холоҡло үҫмерҙәр тураһында берҙәм мәғлүмәттәр банкы булдырыуҙан тыш, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дөйөм белем биреү учреждениелары эргәһендә бәлиғ булмағандарҙың эштәре буйынса инспектор ярҙамсыһы — социаль педагог вазифаларын индереү тәҡдиме хуплау тапҡан. Хәҙерге ваҡытта Бәләбәй һәм Ишембай райондарында шундай ыңғай тәжрибә бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика