13:10 (UTC+5), 10 Ноябрь 2015

Мысырҙан ҡайтҡан туристар багаждарын ала башлай

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Мысырҙан ҡайтҡан Рәсәй туристары «Внуково» аэропортынан үҙҙәренең багажын оҙатыуҙы күҙәтә ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ террор хәүефенең янауына бәйле Мысыр менән һауа бәйләнешен туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. 31 октябрҙә Синай ярымутрауы өҫтөндә «Меtrojet» авиакомпанияһының А321 самолеты ҡазаға тарыны, унда 224 кеше һәләк булды.
Туристар Мысырҙан багажһыҙ ҡайта. Уларҙың әйберҙәре «Внуково» аэропортына килтерелә һәм тикшергәндән һуң тәғәйенләнгән урындарға ебәрелә. Багажды оҙатыуҙы туристың Рәсәйгә ҡайтҡан рейстың номеры буйынса аэропорт сайтында күҙәтергә мөмкин. Шәхси мәғлүмәттәрһеҙ багаж урындарының һаны, аэропортҡа киләсәк рейстың датаһы һәм номеры күрһәтелә.
Ошо мәғлүмәттәргә ярашлы, бер нисә багаж берәмеге Өфөгә оҙатылған.
Туристың теләге буйынса, уның багажы почта аша бушлай ебәреләсәк. «Авиакомпаниялар көн һайын багаждарын почта аша алырға теләгән пассажирҙар хаҡында мәғлүмәт бирә. Хужалар багаждарының килеүен рәсми сайтта күҙәтә ала», — тип хәбәр иттеләр «Рәсәй почтаһы»ның Башҡортостан филиалында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика