13:00 (UTC+5), 26 Октября 2015

Башҡортостандың Урман ҡасабаһында бездетонацион технологиялар ярҙамында боеприпастарҙы юҡҡа сығарыу тергеҙелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 1 ноябрҙә оборона-сәнәғәт комплексы белгестәре Башҡортостандың Урман ҡасабаһында тарҡатылған арсенал биләмәһен таҙартҡан саҡта табылған хәүефле предметтарҙы юҡҡа сығарыуҙы тергеҙә. «Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел тамамланғанға ҡәҙәр туҡтатылған эштәр бездетонацион технологиялар ярҙамында эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем алып барыласаҡ», — тип хәбәр итте Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы ярҙамсыһы полковник Ярослав Рощупкин.
Бынан алда хәрби инженерҙар законһыҙ рәүештә металл эҙләргә маташҡан «ҡара ҡаҙыусылар»ҙы үткәрмәү өсөн майҙансыҡтарҙы йыһазландырған. Техник биләмә Екатеринбургтың «Вторметалл» предприятиеһына тапшырылған.
28 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 11-се яртыла элекке арсенал биләмәһендә шартлатыусылар инструктор-методик уҡыуҙар үткәрә, унда яңы юҡҡа сығарыу алымдары күрһәтеләсәк. Уҡыуҙарға урындағы хакимиәт вәкилдәре, йәмәғәтселәр һәм журналистар саҡырылған.
Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре аккредитация үтеү өсөн ғаризаларын info@vtormetall.org электрон адресына ебәрергә тейеш.
Белешмә өсөн телефондар: 8 (343) 287-08-85, 8 (922) 227-91-32.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика