Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
86.96
-0.15
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Июль 2015, 14:57

Омскиҙа Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһының емерелеүе һөҙөмтәһендә башҡорт егете Азат Шәңгәрәев һәләк булды

ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы халҡы башҡорт егете Азат Шәңгәрәев менән бәхилләште. Ул Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә һәләк булды. Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә аңлатыуҙарынса, Азат билдәле стронгмен Эльбрус Ниғмәтуллинда шөғөлләнгән, уға ҙур өмөттәр бағлағандар. Апрель айында 18 йәше тулған.
Һалдатты һуңғы юлға оҙатыу өсөн бөтә ауыл халҡы килде. «Барыбыҙ ҙа яҡташыбыҙҙың фажиғәле һәләк булыуы тураһында хәбәрҙе тетрәнеп ҡабул иттек, — тине район башлығы Исрафил Вәлишин. — Азаттың туғандары һәм яҡындары өсөн йыуатыу һүҙҙәрен табыуы ҡыйын. Ауыр мәлдә ярҙамыбыҙҙы ҡабул итегеҙ».
Һәләк булған һалдаттың ғаиләһенә район бюджетынан матди ярҙам күрһәтеләсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 июлдә Омскиҙа һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһының емерелеүе һөҙөмтәһендә 24 һалдаттың, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлдө.
Читайте нас: