06:20 (UTC+5), 23 Апрель 2015

Стәрлетамаҡта Вика Парамонованың эше буйынса 190 кешенән һорау алынды

Беренсе канал
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Ике йәшлек ҡыҙҙың үлеме буйынса тикшереү барышында уның 30 йәшлек әсәһенең енәйәткә ҡағылышы булыу-булмауын тикшерәсәктәр, тип хәбәр итә республика буйынса Тәфтиш комитеты. 2014 йылдың 22 ноябрендә бала кома хәлендә дауаханаға килтерелә. Әсәй кеше сабый йығылған саҡта имгәнде тип белдерә. Уның атаһы был хәлгә элекке ҡатыны ғәйепле тип иҫәпләгән.
2015 йылдың 6 апрелендә ҡыҙыҡай яҡты донъя менән хушлашты. Суд-медицина экспертизаһы буйынса, баш һөйәге-мейе йәрәхәте һәм баш мейеһенең һелкенеүе һөҙөмтәһендә һаулыҡҡа ҙур зыян килгән.
Тәфтишселәргә йәрәхәттең барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәттәр бирелмәгән. Тикшереү барышында 190 кешенән һорау алынған. Икенсе тапҡыр үткәрелгән суд-медицина экспертизаһы буйынса, ҡыҙҙың үлеменә баш мейеһенең тыумыштан зарарланған булыуы сәбәпсе. Ошо диагноз нигеҙендә тикшереү эштәре туҡтатылған.
Хәл Беренсе канал эфирында тикшерелгәндән һуң, республикаға Рәсәйҙең Тәфтиш комитетынан белгестәр килде. Суд-медицина экспертизаһы ҡапма-ҡаршы ике һығымтаны тикшерәсәк, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика