07:23 (UTC+5), 20 Апреля 2015

Күмертау ҡалаһында тотолған енәйәтселәр үҙ ғәйептәрен таныны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Күмертауҙа биш кешене үлтереү факты буйынса тотолған 24 йәшлек Сергей Букаев менән 22 йәшлек Константин Сурков енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйептәрен таныны, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Уларҙың береһе ваҡиға урынында ғәйебен таныған. Икенсеһе менән әлеге ваҡытта тикшереүселәр эшләй.
Тикшереү версияһы буйынса, 16 апрелдән 17-нә ҡарай төндә компания 16 йәшлек ҡыҙҙың фатирында спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Мәжлестә ҡатнашыусыларҙың күбеһе йоҡларға ятҡас, иҫерек Букаев 22 йәшлек танышын телефонын урлауҙа ғәйепләй һәм улар араһында ыҙғыш сыға. Ғәйепләнеүсе егеттең һәм 21 йәшлек ҡыҙҙың муйынына бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә.
«Башҡаларҙы шаһит булараҡ юҡ итергә хәл ителә. Ул ваҡытта ике ҡыҙ йоҡо бүлмәһендә, ә 17 йәшлек егет икенсе бүлмәлә йоҡлаған була. Енәйәтселәр 16 йәшлек фатир хужабикәһен 17 йәшлек ҡунаҡ ҡан тамырҙарын киҫте тип уята. Бүлмәнән сыҡҡас, Букаев уға бысаҡ ҡаҙай. Иң һуңғыларҙан булып 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерәләр. Фатирҙан сығыр алдынан Букаев кухнялағы кәүҙәләргә кокос юнысҡыһы һибеп сыға, әшнәләр мәйеттәргә спирт һибә һәм кухнялағы сепрәк-сапраҡты яндыра. Һуңынан улар енәйәт урынынан ҡаса», — тиелә тикшереү ведомствоһының белдереүендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика