12:20 (UTC+5), 06 Ноябрь 2014

Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты үҙенең 65 йыллығын билдәләй

ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә республикала юридик белем биреүҙең 65 йыллығын билдәләйҙәр. 5 ноябрҙә Конгресс-холда Хоҡуҡ институтының юбилейына арналған тантаналы кисә уҙҙы. Юғары уҡыу йорто ректоры Николай Морозкин Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Өфөлә 1949 йылда асылыуын хәтергә төшөрҙө. 1963-лә – филиал Свердловск юридик институтының факультетына, 1972-лә Башҡорт дәүләт университеты факультетына әйләндерелә. Үҙенең хәҙерге статусына юридик факультет 1999 йылда ғына эйә була.
- Юғары уҡыу йортонда хәҙер өс мең студент уҡый, уларға 22 доктор һәм 63 юридик фәндәр кандидаты белем бирә. Үҙ аспирантураһы һәм докторантураһы бар. Хоҡуҡ институты сығарылыш студенттарының һаны буйынса ғына түгел, ә уларҙың алған белеме, белгестәрҙең талап ителгәнлеге буйынса республикала юридик белем биреү флагманы булып тора, — тине ректор.
- Хоҡуҡ институтын хөрмәт итәбеҙ, уның эшен иғтибар менән күҙәтәбеҙ. Күп кенә юристар үҙ белемдәрен депутатлыҡ өлкәһендә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай аппараты эшендә ғәмәлгә индерҙе. Тик шуны ғына әйтә алам: уларҙың кимәле тормош ҡуйған талаптарға тулыһынса тап килә. Шуға ҡарамаҫтан, ул бер урында ғына тормай, юридик белем биреүҙе модернизациялау мәсьәләләре лә айырым дәүләт әһәмиәтенә эйә була. Квалификациялы юридик кадрҙарҙы әҙерләү хоҡуҡлы дәүләттең өҫтөнлөклө маҡсаттары һәм талаптары менән тулы гармонияла булырға тейеш. Әммә дәүләт тик шул осраҡта ғына хоҡуҡлы була ала, әгәр йәмғиәт үҙе шундай булһа. Шунлыҡтан юридик белем биреү хоҡуҡлы дәүләттең һәм граждандар йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүендә мөһим фактор булып сығыш яһай, — тип мөрәжәғәт итте сараға йыйылғандарға БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова институттың иң яҡшы студентына бер тапҡыр бирелә торған биш мең һумлыҡ премия булдырҙы һәм юғары уҡыу йорто администрацияһын алыусыны билдәләүҙәрен һораны. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән булдырылған проекттар һәм үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәһендә, быйыл Хоҡуҡ институты матди базаны нығытыуға федераль бюджеттан 500 миллион һум алды, тип хәбәр итте сенатор.
Ҡотлау менән шулай уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаусы – БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов, Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире Аслан Абашидзе сығыш яһанылар.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика