10:57 (UTC+5), 20 Октября 2014

БР Хөкүмәтендә ғалимдарға РФ Президенты гранттарының сертификаттарын тапшырҙылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов дәүләт наградаларына лайыҡ булған Башҡортостан ғалимдарына гранттарҙы тапшырыу тантанаһын уҙғарҙы. Рәсәй Президенты грантына һигеҙ йәш ғалим һәм өс ғилми мәктәп лайыҡ булды. Фәндәр докторы өсөн грант 1 миллион һум, фәндәр кандидаты өсөн — 600 мең, мәктәп өсөн 400 мең тәшкил итә.
- Бөгөн белем биреү кимәле, индерелгән технологиялар кимәле күбеһенсә илдең лидерлығынан тора, — тип билдәләне Дмитрий Шаронов. — Бөтә технологияларҙы ла сит илдә һатып алыу мөмкин тигән фекерҙән арынырға, үҙ еребеҙҙә фәнде үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға етди иғтибар бүлергә кәрәк. Статистика буйынса, төп асыштарҙы 40 йәштән йәшерәк кешеләр яһай. Белемгә һәм фәнгә йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын матди яҡтан ғына түгел, ә уларҙың ҡаҙаныштарын һәм һәләттәрен танып ихтыяждарын яңыртыу һәм уларға ярҙам итеү мотлаҡ. Моғайын, йәштәргә хәҙер өлкәндәргә ҡарағанда еңелерәктер. Уларҙың мөмкинлектәре күберәк, ярҙам итеү программалары ла байтаҡ.
-Хәҙер грант ярҙамында фәнде финанслау механизмы индерелә. Рәсәй ғилми фондының бюджеты 2014 — 2016 йылдарға 50 миллиард һум тәшкил итә, перспективалы тикшеренеүҙәр фонды — 10 миллиард һум, — тип иҫкә алды БР буйынса федераль инспектор Николай Разбежкин.
- Оҙаҡламай юғары уҡыу йорттары тәү сиратта фән менән шөғөлләнгән студенттарҙың иҫәбе буйынса баһаланасаҡ, — тине БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Фәндең ҡартайыуы тураһында күп һөйләйҙәр. Академик структураларҙың анализы күрһәтеүенсә, «йәш» фәндәр докторҙарының уртаса йәше 50 йәштән юғарыраҡ. Грант алыусылар араһында бик йәш кешеләрҙең булыуын ҙур ҡәнәғәт менән билдәләйем. Улар буласаҡ докторҙар, фәнебеҙҙең киләсәге. Бөгөн республикала 900 самаһы фәндәр докторы, дүрт мең фәндәр кандидаты. 20 мең студент ғилми эш менән шөғөлләнә, 35 йәшкә тиклем меңдән ашыу йәш ғалим үҙ тикшеренеүҙәрен индерә.
Тикшеренеү проекттарына РФ Президенты грантын Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Иҫәпләү үҙәге менән математика институтынан Денис Борисов, Башҡорт дәүләт медицина университетынан Нәүфәл Зәһиҙуллин, Башҡорт дәүләт университетынан Вадим Захаров, Өфө дәүләт авиация техник университетынан Евгений Парфенов, Александра Михайлова, Камил Рамазанов, Николай Сенюшкин һәм Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтынан Баязит Йоносбаев алды.
Шулай уҡ биология һәм химия өлкәһендә республика ғилми мәктәптәре: Рәсәй фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты гранттар алды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика