17:51 (UTC+5), 26 Августа 2014

Өфөлә Рәсәй Федераль язаны үтәү хеҙмәте хөкөм ителгәндәрҙе матди тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
Ольга Мортазина
Өфөлә тыл тәьминәте өсөн яуаплы Рәсәй Федераль язаны үтәү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең бөтә Рәсәй кәңәшмәһе бара. Журналистарға федераль ведомствоның директор урынбаҫары Александр Сапожников һөйләүенсә, хеҙмәткә үҙ хужалыҡтар һәм предприятиелар иҫәбенә тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү бурысы ҡуйыла. Хәҙер Рәсәйҙең пенитенциар йорттары үҙҙәрен аҙыҡ-түлек менән 75 процентҡа һәм кейем менән 100 процентҡа тәьмин итә.
Өлгөлө учреждениелар сифатында Өфөнөң 13-сө һәм 9-сы холоҡ төҙөтөү колониялары күрһәтеләсәк, уларҙа практик уҡыуҙар үтәсәк. Федераль язаны үтәү хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡыуҙар маҡсатында әйбер һәм аҙыҡ-түлек келәттәре, мунса-кер йыуыу комплексы, отряд бүлмәләре, магазин, ашхана, икмәкхана, йәшелсә һаҡлау бүлмәһе, автотранспорт хужалығы әҙерләнгән. Хөкөм ителгәндәр өсөн яңы кейем формаларын күрһәтеү ойоштороласаҡ.
Федераль язаны үтәү хеҙмәтенең баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгиндың мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылда етештереү секторы беренсе тапҡыр продукция сығарған һәм 1 миллиард һумлыҡ хеҙмәттәр күрһәткән. Эске система өсөн продукцияларҙың күләме 492 миллион һумлап – 49 процент тәшкил иткән. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында етештереү күләме 500 миллион һумдан ашыу, үҙ ихтыяждары өсөн – 278 миллион, йәки 54 процент тәшкил иткән. 2020 йылға тиклем хеҙмәтте үҫтереү программаһы сиктәрендә республика колонияларында аҙыҡ-түлек бешереү ҡорамалдарын, электр ит үткәргестәр, электродтар етештереү индерелә. 25 килограмға тиклем ауырлыҡ менән кер йыуыу машиналарының эксперимент өлгөләрен етештереү өсөн техник шарттар раҫлана. Шулай уҡ оҙаҡламай республика колонияларында йәшелсәләрҙе консервалау һәм һөт ризыҡтарын пакетҡа төрөү, бәҙрәф ҡағыҙын, кер һабынын етештереү буйынса цехтар эшләй башлаясаҡ, тип хәбәр итте Федераль язаны үтәү хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығы етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика