Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
26 Июнь 2014, 14:20
Төбәктең бишенсе районында ҡара сиңерткәгә күрә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде
26 июндә хәҙәттән тыш хәл режимы ауыл хужалығы сәсеүлектәрендә, болондарҙа һәм көтөүлектәрҙә ҡара сиңерткеләрҙең киң таралыуы менән бәйле республиканың Белорет районында иғлан ителде, тип хәбәр итә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, ҡара сиңерткеләрҙең ябырылыуына дусар булған райондарҙың һаны бишкә етте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала ғәҙәттән тыш хәл Баймаҡ һәм Әбйәлил, был аҙнала Учалы һәм Йылайыр райондарында иғлан ителде.
Ғәҙәттән тыш режим райондарҙа махсус бойороҡҡа тиклем һаҡланасаҡ.
Автор:
Илья Спиридонов
Теги:
ғәҙәттән тыш хәл
ҡара сиңерткә
ауыл хужалығы
Читайте нас