Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-22 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
21 Март 2014, 15:14

Архангель районында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғандарҙың исемдәре билдәле

Архангель районында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған кешеләрҙең фамилиялары билдәле булды. БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хәбәр итеүенсә, һәләк булғандар араһында:
Зөмәрә Йәһүҙина (1950 йылғы);
Азат һәм Альбина Ишмәевтар (1983 һәм 1987 йылғылар);
Ләлә Йосопова (1966 йылғы);
Юлиә Ишморатова (1975 йылғы);
Анна Польшина (1983 йылғы);
Светлана Алексеева (1993 йылғы).
Ҡурҡыныс авария кесе йома «Белорет-Инйәр-Өфө» трассаһының 46-сы километрында 15 сәғәт 30 минут тирәһендә була. Ҡаршы буйҙа «Фольксваген» микроавтобусы һәм «Мерседес-Бенц» йөк фураһы бәрелешә. Һөҙөмтәлә бөтә ете пассажиры ла һәләк була. Микроавтобустың тере ҡалған водителе Архангель үҙәк район дауаханаһына алып барылған. Медиктарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, уның хәле – урта ауырлыҡта.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас