Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
6 Март 2014, 11:48

Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙарҙы грамоталар, наградалар тапшырып, «Етегән» фильмын күрһәтеп ҡотланылар

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында ҡатын-ҡыҙҙарҙы – белгестәрҙе һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙе наградлау тантанаһы уҙҙы. Грамоталарҙы һәм наградаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов тапшырҙы. Республика Президенты исеменән кешелектең гүзәл яртыһын ҡотлап, беренсе вице-премьер, «күпселек ирҙәр үҙҙәренең ҡатындары өсөн һәр саҡ ышаныслы юлдаш һәм терәк булырға тырыша», тип билдәләне.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла һәр саҡта килеп сыҡмай, һәм беҙ теләгәнсә, шунда уҡ бойомға ашырылмай. Әммә беҙ ҙур потенциал менән көслө республика һәм, әлбиттә, ғорурлыҡ өсөн күп нигеҙҙәр бар, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Хәл итергә кәрәк булған етерлек күп мәсьәләләр ҡала әле. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар үҙҙәрен яҡлаулы тойһон өсөн, бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Балалар баҡсаларына сират мәсьәләһен хәл итергә тырышабыҙ, заманса перинаталь үҙәктәр һәм бала табыу йорттары, дауаханалар һәм мәктәптәр төҙөйбөҙ. Торлаҡ төҙөлөшө, айырыуса социаль, темптарын үҫтерәбеҙ, ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың инфраструктураһын яҡшыртырға маташабыҙ. Күп балалы ғаиләләр өсөн бушлай ер бирәбеҙ. Бюджет өлкәләрендә эш хаҡын арттырырға тырышабыҙ. Айырыуса был уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр, медицина персоналдары, китапханасылар өсөн мөһим. Сөнки был категория хеҙмәткәрҙәре араһында һәр саҡтағыса күберәге ҡатын-ҡыҙҙар. Ағымдағы йыл Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгән: байрам сараһы кинотеатрҙа уҙыуы, моғайын, символиклы. Быйыл театрҙар, мәҙәниәт һарайҙары, үҙешмәкәрҙе, балалар ижадын үҫтереү өсөн мөмкин булған бөтә нәмәне эшләргә тырышасаҡбыҙ. Бының өсөн тәү сиратта иҡтисадты нығытыу, тормош сифатын арттырыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Республика илдең иң яҡшы төбәктәренең береһе булһын өсөн ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ.
БР Почет грамотаһы менән Мәләүез районы хакимиәтенең юридик бүлеге начальнигы Татьяна Дмитриева, Белорет районы «Металлург» туҡланыу идаралығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш бухгалтер урынбаҫары Тамара Прозорова, Краснокама районы Ҡуян ауылының «Теремок» балалар баҡсаһы мөдире Нурия Решетникова, «Салауат быяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство буйынса цех начальнигы урынбаҫары Лидия Швецова бүләкләнде.
БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә флейтасы, күренекле башҡарыусы һәм педагог, профессор, Өфө дәүләт сәнғәт академияһының тынлы һәм һуҡма инструменттар кафедраһы мөдире – Лидия Фоменко лайыҡ булды.
Башҡорт драма театры актрисаһы Рәзифә Динмөхәмәтоваға – «Республиканың атҡаҙанған артисы», Яңы Собханғол (Бөрйән районы) Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлдәр Ейәнбаеваға «Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәре бирелде.
Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылынан рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Әлфиә Йомағужина Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы булды.
«Республиканың атҡаҙанған иҡтисадсыһы» исеме менән «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғитенең баш бухгалтер урынбаҫары Валентина Леонтьева һәм БР Финанс министрлығының дәүләт бурысы һәм кредит бүлеге баш иҡтисадсыһы Елена Хисамова наградланды.
Өфө хакимиәтенең хоҡуҡи идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Елена Верещагинаға – «БР атҡаҙанған юрисы», Миәкә районы эшҡыуары Зөһрә Әхмәроваға – «Атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре», Өфө ҡалаһы хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе көйләү идаралығындағы төп белгес Ирина Кошкинаға «БР атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре» исемдәре бирелде.
Сарала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы ҡатын ҡыҙҙары-депутаттар ҡатнашты. Осрашыу, БР Президентының ике миллион һум күләмендә грантын алған, Рияз Исхаҡов һәм Айсыуаҡ Йомағоловтың «Етегән» музыкаль фильмын күрһәтеү менән дауам итте. Картина сюжеты нигеҙендә – күккә осоп китеп Етегән йондоҙлоғона әйләнеүсе, ете ҡыҙ тураһында риүәйәт.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: