Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Яңауылда Совет урамы буйынса йортта газ балоны шартлау һәм янғын ваҡытында кешеләр үлгән ҡаза урынын ҡарағандан һуң, Яңауыл районы хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы, БР Дәүләт төҙөлөшө, прокуратура һәм башҡа котролдә тотоу ойошмалары вәкилдәре, Яңауыл районы етәкселеге ҡатнашлығында республика ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһының кисектергеһеҙ ултырышын үткәрҙе. Унда ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡағылышлы бөтә мәсьәләләр ҙә ҡаралды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.19 ғинуарҙа киске сәғәт ундан алып ҡалала ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. БР Президенты Дәүләт төҙөлөшөнә шартлау булған йортта уны йүнәтеп булыу мөмкинлегенә, йорттағы төп конструкцияларҙың зыян күреү-күрмәгәнлеген асыҡларға, унда етди экспертиза үткәрергә ҡушты. Йортта йылытыу системаһы боҙолмағас, торбалар туңмаһын өсөн бинаны гермитизациялау, ватылған тәҙрәләрҙе, тәҙрә уйымдарын йүнәтеү буйынса кисектергеһеҙ эш башларға кәрәк.
Республика башлығы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтовтың үҙенә йүнәтеү эштәре барышын етәкләргә, даими ҡаза урынында булырға ҡушты. Кисәге төштә күргәндәре Президентты ҡәнәғәтләндермәне. Йүнәтеү эштәре әкрен бара, уларҙы тиҙләтергә кәрәк. Яҡын ваҡыт эсендә махсус ойошторолған комиссия был трагедия һөҙөмтәһендә килеп килеп сыҡҡан хәлде асыҡлай башлаясаҡ. Унда зыян күргәндәрҙең барыһына ла матди ярҙам күрһәтеләсәк, тине Президент. Һәр бер һәләк булыусыға компенсация бер миллион һумдан да кәм бумаясаҡ. Ҡалған зыян күреүселәргә ул уларҙың алған тән йәрәхәттәре ауырлығына, матди зыян күреүҙәренә бәйле тәғәйенләнәсәк. Быларҙың барыһын да комиссия билдәләргә тейеш.
Рөстәм Хәмитов тейешле хеҙмәттәргә зыян күреүселәрҙе медицина ярҙамы, кәрәкле дауалау менән тәьмин итергә ҡушты. Район хакимиәте башлығына кешеләргә ғәҙәти тормош өсөн бөтә шарттар булдырырға йөкмәтте. Президент әйтеүенсә, улар күнегелгән ритмдан күсмәһен өсөн «зыян күреүселәр менән эште ябайлаштырмаҫҡа»: балалар – балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөргә, ә эшләгәндәр эшкә йөрөүҙәрен дауам итергә тейеш. Кешеләргә беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре һатып алыу өсөн ашығыс рәүештә аҡса бирергә кәрәк, сөнки янғын һөҙөмтәһендә ҡайһы берәүҙәрҙең бөтә мөлкәте, документтары янды, бер нәмәһе лә ҡалманы.
Халыҡ именлеге мәсьәләләренә ҡағылып, Президент, был инде һуңғы ике йылда кешеләр үлеүе менән бындай һәләкәттәр төрөнөң икенсе ҡазаһы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ремонт һәм төҙөлөш эштәре башҡарғанда газ балоны ҡорамалын ҡулланғанда быға оҡшаш хәл 2012 йылдың ғинуар аҙағында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды. Президент республиканың Дәүләт төҙөлөшөнә бындай ҡорамалды ҡулланыу буйынса тулы масштаблы тикшереү үткәрергә, төҙөлөш фирмаларының бөтә лицензияларын, ошо ҡорамалда эшләүсе белгестәрҙең квалификацияларын тикшерергә ҡушты.
- Шулай уҡ йорт старосталарына, йорт комитеттары етәкселәренә һәм ағзаларына газ балондары ҡулланып ремонт эштәрен башҡарған урындар тураһында белгертеүҙәрен һорарға кәрәк. Халыҡ араһында был өлкә буйынса аңлатыу эштәрен көсәйтеү зарур, — тине Рөстәм Хәмитов.
Зыян күреүселәрҙең ҡаза ваҡытында янғын һүндереүселәрҙең һуңлап килеүҙәренә, янғынды һүндереү барышында күбек материалдары ҡулланмай, ә һыуҙы ҡулланыуға, ҡалала янғын вышкаһының булмауына зарланыуҙарына ҡағылғанда, быны Президент асыҡларға вәғәҙәләне.
- Быны мотлаҡ асыҡларға кәрәк, ә был ғәҙәттән тыш хәлен ликвидациялау ваҡытында насар эшләгәндәр яза алырға тейеш, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Президент һәләк булғандарҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу һәм бөтә зыян күреүселәргә ҡыҙғаныу белдерҙе. Уның ҡушылған йөкләмәләренең үтәлешен, зыян күреүселәрҙең нисек урынлашыуын, уларҙың юғалған документтарын тергеҙеү буйынса эштәр барышын тикшерергә аҙна аҙағында ҡабат Яңауылға киләсәк, тине ул. Финанс мәсьәләләргә ҡағылғанда, Рөстәм Хәмитов, республика бюджеты уны хәл итә ала, тип белдерҙе.
- Приютта, Урманда шартлауҙарҙан, Әбйәлил районында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам иттек, яңауылдарҙы ла бәләлә ҡалдырмаясаҡбыҙ, — тине Президент. «Барыһынан да был ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен ликвидациялауҙа әүҙем эшләүҙәрен талап итәм», — тине республика башлығы.