10:21 (UTC+5), 24 Декабря 2013

Салауат районында чиновникка граждандар менән насар эшләгән өсөн штраф һалына

Ольга Мортазина
Салауат районында прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү барышында граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тураһында закондарҙың боҙолоуын асыҡлай. Быйыл июлдә урында йәшәүсе бер ҡатын ер участкаһы биреүҙәрен һорап ғариза яҙа. Хакимиәттән мөрәжәғәт республика Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының мөлкәт менән идара итеү территориаль комитетына ебәрелә.
Был учреждение етәксеһе, законды боҙоп, мәсьәләне тейешенсә 30 көн эсендә хәл итмәй һәм ғариза биреүсегә яуап бирмәй. «Шуның менән бәйле район прокуратураһы етәксегә ҡарата административ эш ҡуҙғата, уны ҡарау һөҙөмтәләре буйынса етәксегә биш мең һум күләмендә штраф һалына. Прокурор тикшереүенән һуң Комитет ҡатындың мөрәжәғәтен ҡарай һәм уны ер участкаһы биреү өсөн иҫәпкә ҡуя», — тип хәбәр иттеләр республика прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика