10:41 (UTC+5), 27 Ноября 2013

Төбәктә производствола имгәнеү осраҡтары һаны кәмей

Галина Бахшиева
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда производствола ауыр имгәнеүселәр һаны 39-ға кәмегән һәм 129 хеҙмәткәр тәшкил иткән. Производствола төркөмләп (2 һәм унан күберәк кеше) бәхетһеҙлеккә тарыусылар һаны ла кәмене. Мәҫәлән, быйыл ғинуар-октябрҙә 34 булһа, былтыр — 38.
Производствола һәләк булыусылар һаны 2013 йылдың 10 айында былтырғы ошо уҡ осор кимәлендә ҡалды — 67 кеше.
БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Андрей Цибизов, әгәр эш биреүселәр генә түгел, эшселәр үҙҙәре лә эштәр башҡарғанда хәүефһеҙлек техникаһын күҙәтһә, производствола имгәнеү осраҡтары кәмерәк булыр ине, тип билдәләне.
— Уҙған айҙа дүрт хеҙмәткәр әйләнеүсе частар менән ҡорамалда эшләгәндә ҡулын имгәтте. Был һәм ошондай бәхетһеҙлек осраҡтарын тикшереү һөҙөмтәләре бындай хәлдә технологик процесты боҙоу кеүек факторҙар урын алыуын күрһәтте, — тине Андрей Цибизов.
— Эшселәрҙең имгәнеүенә килтергән хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн йыл башынан алып 147 вазифалы кеше һәм 13 юридик хеҙмәткәр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Ә хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә төрлө ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн дәүләт хеҙмәт инспекторҙары һәм прокурорҙар тарафынан ҡуҙғатылған эштәр буйынса 878 эш биреүсегә һәм уларҙың етәкселәренә бөтәһе дүрт миллион һумға яҡын штраф һалынды, — тип хәбәр итте БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының бүлек начальнигы Ирина Свинтицкая.
Бәхетһеҙлек осраҡтарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн 197 материал хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика