13:00 (UTC+5), 07 Ноябрь 2013

Эске эштәр министрлығы ветерандары йәш полицейскийҙарҙы бүләкләне

Ольга Мортазина
Һөнәри байрамдары алдынан Өфөлә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Ветерандар советы премияһы лауреаттарын ҡотланылар. Премияны булдырыуға ун ике йыл: 2001 йылда милиция ветерандары иң яҡшы йәш хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндерергә ҡарар итә. Шунан алып йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, эске эштәр органдарында намыҫлы хеҙмәт иткәне һәм хеҙмәт эшмәкәрлегендәге профессионаллеге өсөн ун полиция хеҙмәткәренә Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандар ойошмаһының премияһы лауреты исеме бирелә. Бүләкләнеүселәр араһында – СОБР һәм ОМОН яугирҙары, тәфтишсе, участковый, һаҡ һәм юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре. Премияны БР Эске эштәр бүлеге һәм эске ғәскәрҙәрҙең Ветерандар советы президиумы рәйесе урынбаҫары Венер Ғәзиев тапшырҙы.
«Был йола быуындар араһында бәйләнеште өҙмәүгә йүнәлтелгән. Бөгөн 16 меңдән ашыу хеҙмәткәр йәштәр менән үҙтәжрибәһен уртаҡлашыуын дауам итә», — тине отставкалағы милиция генерал-майоры. Республикала уңышлы башланған традиция башҡа төбәк ветеран ойошмаларында ла ҡулланыла. Ветерандар тарафынан йәш хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү сараһы хәҙер инде Рәсәй Эске эштәр министрлығының һәр территориаль органында уҙғарыла, тинеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика