13:01 (UTC+5), 23 Октября 2013

Республика Йортонда күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырылды

Ольга Мортазина
Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлау тантанаһын 106-сы мәртәбә үткәрҙе. Бөгөн, 23 октябрҙә, биш бала тәрбиәләүсе 59 әсә наградаға лайыҡ булды. Улар араһында хужабикәләрҙән тыш, социаль учреждение, мәктәп һәм балалар баҡсалары, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар, һауынсылар, һалым инспекторҙары.
- Бында республиканың төрлө райондарынан килгән әсәләр йыйылған һәм уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ проблемаһы бар. Беҙҙе барыбыҙҙы ла балалар хаҡында хәстәрлек берләштерә, һәм улар, республика Президенты әйтеүенсә, беҙҙең алтын фондыбыҙ, беҙҙең киләсәгебеҙ. Улар лайыҡлы белем һәм тәрбиә алһын өсөн, беҙ барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте ҡатындарға вице-премьер. — Бер нимәгә ҡарамаҫтан, республика ғаиләләргә ярҙам итергә алған бурысын үтәй. 2012 йылда ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн 3,2 миллиард һум аҡса бүленгән. Быйыл да был һан кәмемәне. Республикала аҡсалата ярҙамдың яңы төрҙәре булдырылды. Һәр өсөнсө һәм унан һуңғы балаға ай һайын өс мең һум аҡса түләнә. Күп балалы ғаиләләр торлаҡ сертификаттары ала: 400 миллион һумға 170 документ бирелгән. Күп балалы әсәләр өс йылға бер тапҡыр теш протезлауға 10 мең һумлыҡ сертификат алыу мөмкинлегенә эйә.
Вице-премьер күп балалы әсәләрҙе файҙалы йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҡатнашырға саҡырҙы. «Һеҙ башҡалар өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Миҙал лайыҡлы балалар тәрбиәләүселәргә генә бирелә. Мин һеҙҙең педагогика һәм әҡләҡи тәрбиә мәсьәләләренә ҡушылыуығыҙҙы теләр инем. Бәлки, балаларығыҙ менән балалар йорттарына, социаль приюттарға барып сығырға кәрәктер. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үтәсәк кәңәшмәлә был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙарҙы ентеклерәк тикшерәсәкбеҙ. Бәлки, халыҡ педагогикаһы башланғыстарына, ҡатын-ҡыҙҙар советтарына мөрәжәғәт итергә кәрәктер», — тип тәҡдим итте вице-премьер.
Һәр ваҡыттағыса, ҡатын-ҡыҙҙарға миҙалға өҫтәп, һалымдан тыш, ун мең һум аҡса бирҙеләр. Тантана бергәләп фотоға төшөү һәм байрам ашы менән тамамланды.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика