04:31 (UTC+5), 30 Сентября 2013

Иглинда прокуратура үҙ ҡарарын үҙгәртергә йыйына

Ольга Мортазина
Иглин район суды Иглин ауыл советының элекке башлығын, үҙ вазифаһы менән файҙаланып, мөлкәтте үҙләштереүҙә ғәйепле тип таныны һәм 53 йәшлек экс-чиновникҡа 150 мең һум күләмендә штраф һалды. БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтендә, район прокурорҙары хөкөм ҡарарын сиктән тыш йомшаҡ тип табып, ҡарарҙы ҡайтанан ҡарарға йыйына, тип хәбәр иттеләр.
«Былтыр майҙа муниципалитеттың элекке етәксеһе район үҙәген төҙөкләндереүгә тип 50 мең һумдан ашыуға металл черепица алыуға килешеү төҙөй, әммә уны Ягодная ауылындағы үҙ йортоноң түбәһен ябыуға тотона. Үҙләштереү факты прокурор тикшереүе ваҡытында асыҡланды. Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны һәм урындағы бюджетҡа килтерелгән зыянды тулы күләмдә кире ҡайтарҙы», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика