11:52 (UTC+5), 23 Сентября 2013

Белоретта яңғыҙ атай әсәлек капиталын аласаҡ

Ольга Мортазина
Әсәлек капиталы сертификатын Белореттан яңғыҙ атай аласаҡ. БР Юғары суды ҡала суды ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдыра. Быйыл яҙ Пенсия фонды ҡалала йәшәүсе 10 йәшлек ул һәм 5 йәшлек ҡыҙ тәрбиәләүсе иргә, балаларҙың әсәләре төрлө, тип дәлилләп, әсәлек капиталын биреүҙән баш тарта. Ир прокуратураға мөрәжәғәт итә, унда, бәлиғ булмаған балаларҙың атаһының конституция хоҡуҡтары боҙолған, тип билдәләнә. «Хоҡуҡ һаҡлаусылар, ирҙең әсәлек капиталына хаҡлы булыуын танып, судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итә. Суд ыңғай ҡарар сығара, тик урындағы Пенсия фонды идаралығы уға ялыу бирә. Әммә республиканың Юғары суды апелляция ялыуын ҡәнәғәтләндермәйенсә, суд ҡарарын законлы һәм ғәҙел тип табып, үҙгәрешһеҙ ҡалдыра», — тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, өс йыл элек ошоға оҡшаш хәл Нефтекамала булды: яңғыҙ атай төрлө ҡатындарҙан тыуған балалары менән әсәлек капиталы сертификатын алыуға иреште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика