17:04 (UTC+5), 05 Октябрь 2026

Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы педагогтарға дәүләт наградаларын тапшырҙы

Мәғариф өлкәһендә эшләгән 43 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Фото: матбуғат хеҙмәте | БР хөкүмәте сайты
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев Уҡытыусылар көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашты. Байрам көнөндә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында мәғариф өлкәһе вәкилдәре, остаздар, педагогик хеҙмәт ветерандары йыйылды.

Үҙенең сығышында Александр Шельдяев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән йыйылыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республикала педагогтарҙың һөнәри үҫеше, заманса белем биреү практикаларын индереү өсөн эҙмә-эҙлекле шарттар булдырылыуын әйтте.

— Беҙ белем биреү инфраструктураһын үҫтерәбеҙ, педагогтарҙың профессиональ үҫеше, алдынғы тәжрибәләр һәм методикалар ҡулланыу өсөн шарттар булдырабыҙ. Башҡортостан йыһазландырылған мәктәптәр һаны буйынса Волга буйында – беренсе, ә илдә өсөнсө урынды биләй. Быйыл уҡыусылар өсөн 5 яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты, йыл аҙағына тиклем 3,5 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән тағы ла 3 мәктәп асыу планлаштырыла. Бынан тыш, 36 мәктәпкә, 6 балалар баҡсаһына һәм 6 колледжға капиталь ремонт үткәрелгән, — тип билдәләне республиканың министрҙар кабинеты башлығы.

Александр Шельдяев үҙенең телмәрендә тәрбиәселәр хеҙмәтенең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостанда 944 балалар баҡсаһында 186 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә. Уҡытыусыларҙың һөнәри ярыштарҙа еңеүҙәре мәктәпкәсә белем биреүҙең сифаты раҫлай.

Августа республика етәксеһе педагогик хеҙмәттең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип иҫкә төшөрҙө Александр Шельдяев.

— Был иһә эштең башы ғына. Уҡытыусыларға ярҙам сараларын киңәйтеүҙе, яңы мәктәптәр төҙөүҙе һәм уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, — тине премьер-министр вазифаһын башҡарыусы.

Сара бүләкләү менән тамамланды: мәғариф өлкәһендә эшләгән 43 хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

матбуғат хеҙмәте | БР хөкүмәтенең рәсми сайты
Фото: матбуғат хеҙмәте | БР хөкүмәтенең рәсми сайты
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика