14:52 (UTC+5), 05 Октября 2026

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы республиканың һәм илдең терәге тип атаны

Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм республикала һөнәрҙең абруйын күтәреү өсөн ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләне.

Фото: архив | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ләйсән Закирова

Республика Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы. Ул педагогтарға хеҙмәте, түҙемлеге һәм хәстәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ, һеҙ – беҙҙең республиканың һәм илдең терәге. Балаларҙы ғына уҡытыуҙан тыш, уларға дөрөҫ йүнәлеш бирәһегеҙ. Ысын патриоттар тәрбиәләйһегеҙ. Бының өсөн һеҙгә тәрән ихтирамымды белдерәм!», – тип мөрәжәғәт итте республика етәксеһе.

Шулай уҡ уҡытыусылар үҙ белемен беҙгә тапшырҙы, бөгөн иһә балаларыбыҙға тапшыра, тип билдәләне ул. Шуға күрә республиканың бурысы – педагогтар хаҡында хәстәрлек күреү, һөнәрҙең абруйын күтәреү.

«Йәш уҡытыусыларға, шулай уҡ уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханында һәм олимпиадала уңыштарға өлгәшкәндәргә ярҙам итәбеҙ. Яҡшы хеҙмәт шарттары булдырырға тырышабыҙ. Нисек кенә ауыр булмаһын, мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау эштәрен дауам итәбеҙ, был йәһәттән беҙгә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ҙур ярҙам күрһәтә. Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәрәбеҙ – Президент ВладимирПутин үҙенең указы менән Рәсәйҙә педагогтың айырым статусын нығытты. Беҙ Башҡортостанда үҙебеҙҙең өҫтәмә сараларҙы әҙерләнек», – тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика