12:42 (UTC+5), 28 Сентября 2026

Башҡортостан тотош ил менән Ҙур уҡытыусылар аҙналығын ҡаршылай

Ҙур уҡытыусылар аҙналығы — ул педагогтарҙың хеҙмәтенә ихтирам билдәһе һәм тәжрибә уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм илдең белем биреү системаһының үҫеш йүнәлештәрен билдәләү өсөн мөһим майҙансыҡ.

Фото: автор | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина

Рәсәйҙә 29 сентябрҙән 5 октябргә тиклем Ҙур уҡытыусылар аҙналығы уҙғарыла. Ул педагогтарҙы, тәрбиәселәрҙе, мәғариф ойошмалары етәкселәрен, тәрбиә буйынса кәңәшселәрҙе, производство мастерҙарын, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларын һәм студенттарын, мәғариф системаһында эшләүселәрҙе берләштерә.

Аҙналыҡ өс байрам: Уҡытыусылар көнө, Тәрбиәселәр көнө һәм Урта һөнәри белем көнө уңайынан үткәрелә.

Был көндәрҙә «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы», «Рәсәйҙең йыл директоры» һәм башҡа конкурстарға йомғаҡ яһала. Еңеүселәр 1 октябрҙә Кремлдә бүләкләнә.

Башҡортостан Республикаһы һәр ваҡыттағыса Рәсәй кимәлендәге педагогик конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Тәүге еңеүселәр ҙә бар. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан Альбина Шәрипова «Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында 46 тәрбиәсе араһында беренсе урынды яуланы. 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика