
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге, Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты аспиранттары, республика вуздары аспиранттары һәм студенттары өсөн Башҡортостан Башлығының 85 стипендияһы булдырылды. Аспиранттарға — 8050 һумлыҡ 35 стипендия, юғары уҡыу йорттары студенттарына 6000 һумлыҡ 50 стипендия тапшырыла. Университеттар һәм ғилми ойошмалар стипендиаттарҙы конкурс буйынса һайлап ала.

«Бөгөн һеҙгә стипендиат дипломдарын тапшырыу минең өсөн оло мәртәбә. Беҙ һеҙҙең менән бик ғорурланабыҙ. Республикабыҙҙа фән менән шөғөлләнгән талантлы йәштәребеҙҙең булыуына бик шатбыҙ. Һеҙҙең эшмәкәрлектең, фәндең әһәмиәтен аңлап, фән үҫешһен өсөн республикала күп эштәр башҡарабыҙ. Ғөмүмән, Башҡортостан халҡының тормош сифатын яҡшыртыу өсөн. Юғары уҡыу йорттарының уңыштарына һөйөнәбеҙ. Беҙҙең төп юғары уҡыу йорттарының Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы линияһы буйынса илебеҙҙең флагман проектына инеүенә ҡыуанабыҙ. Ғилми институттарҙың уңыштары менән ғорурланабыҙ. Рәсәй Фәндәр академияһының яңы академиктары барлыҡҡа килеүенә шатланабыҙ.
Республикала йәш ғалимдарға ярҙам итеү өсөн саралар күрәбеҙ. Стажировка үтеү программаһы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программалары. Дөрөҫөн әйткәндә, быйыл бюджет менән хәл ярайһы уҡ ҡатмарлы. Ни өсөн икәнен аңлатырға кәрәкмәй, сөнки әле махсус хәрби операцияға ярҙам итеү бурысы алдыбыҙҙа тора. Киләһе йылдан, киләһе йылдарҙа сит илдәрҙә стажировка программалары, Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы ғилми учреждениеларында стажировка программалары эшләй башлар тип ышанам.
Рәсәй Федерацияһының фәнни-технологик үҫеш рейтингында республика тәүге унау иҫәбенә инә. Беҙ иң ҙур уңышҡа 2021 йылда өлгәштек. Ул саҡта дүртенсе урынды алдыҡ, хәҙер етенсе урындабыҙ. Һеҙгә уңыштар теләйем. Мин һеҙҙе бик яҡшы аңлайым, сөнки үҙем студент һәм аспирант булдым. Ике диссертация яҡларға тура килде. Ошоларҙың барыһы аша үттем. Һау-сәләмәт булығыҙ, фәнни, ижади башланғысығыҙҙа уңыштар», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.