15:38 (UTC+5), 31 Июля 2026

2030 йылға тарихтан берҙәм дәүләт имтиханында телдән тапшырыу өлөшө барлыҡҡа килеүе мөмкин

Артабан әҙәбиәт буйынса имтиханда ла ошондай формат индерелеүе ихтимал.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт 2030 йылға тарих буйынса берҙәм дәүләт имтиханына телдән тапшырыла торған өлөштө индерергә йыйына, артабан әҙәбиәт буйынса имтиханда ла ошондай формат индереүҙәре ихтимал. Был турала ведомство башлығы Анзор Музаев хәбәр итте.

«Беҙ тәү сиратта тарихты предмет булараҡ ҡараясаҡбыҙ, унда был блок беренселәрҙән булып барлыҡҡа килергә тейеш. 2030 йылға иҫәп тотабыҙ. Тағы ла фәндәрҙе алғанда, башта әҙәбиәт булыр, моғайын», — тип Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһенең һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә туғыҙынсы кластар өсөн тарих буйынса телдән имтихан индереү мөмкинлеге тикшерелгәйне. 2028 йылдан, президент ҡушыуы буйынса, был төп дәүләт имтиханында өсөнсө мотлаҡ фән була. Ләкин БДИ өсөн телдән тапшырыу өлөшө әлегә яңылыҡ булып ҡала. Әлегә берҙәм дәүләт имтиханында сит телдәрҙән генә телдән имтихан тапшырырға мөмкин.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика