06:57 (UTC+5), 01 Июня 2026

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро башлана

Ун беренсе класс уҡыусылары өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы марафоны тарих, әҙәбиәт һәм химия буйынса имтихандар менән асыла.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»
Әлфиә Әһлиуллина

Бөгөн, 1 июндә, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп осоро башланды. Тәүге имтихандар – тарих, әҙәбиәт һәм химия фәндәренән. Республикала биш меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы старт алды, тип хәбәр итте мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

«Имтихандар осоронда етди иғтибар тупларға кәрәк, әммә имтихандарҙың билдәле бер ваҡытта белемде тикшереү генә булыуын иҫтә тотоу мөһим. Беренсе һынау алдынан тулҡынланыу тойғоһо һәр кемгә хас. Хәҙер иң мөһиме – үҙеңде ҡулға алыу һәм үҙ көсөңә ышаныу. Һеҙ оҙаҡ әҙерләндегеҙ һәм һеҙ үҙегеҙ уйлағандан күпкә күберәк беләһегеҙ. Барығыҙға ла уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр теләйем!» —  тип мөрәжәғәт итте ул сығарылыш уҡыусыларына.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл БДИ-ла ҡатнашыу өсөн бөтәһе 17 меңгә яҡын уҡыусы теркәлгән. Сығарылыш уҡыусылары араһында иң популяр предмет – профилле математика (ҡатнашыусыларҙың 62% уны һайлаған). Йәмғиәтте өйрәнеү фәненә ҡыҙыҡһыныу бик юғары. Шул уҡ ваҡытта информатика, физика, биология һәм химияның популярлығы арта.

Киләһе имтихандар 4 һәм 8 июндә була, был көндәрҙә сығарылыш уҡыусылары рус телен һәм математиканы (база һәм профилле кимәл) тапшыра. 11 июндә — йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика, 15 июндә — биология, география, сит телдәр буйынса БДИ-ның яҙма өлөшө, 18-19 июндә – информатика һәм сит телдәр буйынса телдән яуап биреү («Һөйләшеү»).

Бөтә предметтар буйынса имтихандар тапшырыу өсөн резерв көндәр 22-25 июнгә билдәләнгән. 

Былтырғы кеүек үк, сығарылыш уҡыусыларының һөҙөмтәне яҡшыртыу өсөн өҫтәмә мөмкинлеге бар. Һайлау буйынса предметтарҙың береһен 8 һәм 9 июлдә яңынан тапшырырға мөмкин.

Шулай уҡ 2026 йылдан Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро 1 июндән башлана. Был мәктәптәргә һуңғы ҡыңғырау байрамдарын тыныс ҡына үткәрергә, ә сығарылыш уҡыусыларына әҙерләнеү өсөн бер нисә өҫтәмә көн алырға мөмкинлек бирә.

Етди сәбәп буйынса имтихан тапшыра алмағандар йәки мотлаҡ фәндәрҙән ҡәнәғәтләнерлек баһаға яҙмағандар өсөн 4 сентябрҙән 25-нә тиклем өҫтәмә осор ҡаралған.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика