Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
20+ °C
Облачно
Мәғариф
14 Апреля , 07:55

Хаталар өҫтөндә эш: Башҡортостанда «Ҡанатлан!» форумында нимәләр тураһында һүҙ барҙы

Республиканың уҡытыусылар берләшмәһе уникаль һөҙөмтәләргә өлгәшә: уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшыра, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай.

Олег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото:Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Өфөлә башлыса яҙ көнө уҙғарылған «Ҡанатлан!» форумы йәнә педагогик фекер һәм ҡыйыу белем биреү стратегияларының эпиүҙәгенә әүерелде. Әйткәндәй, стратегиялар эшләй. Был турала республика етәксеһе лә әйтеп үтте.

— Ошо йылдар эсендә беҙ аҙнаһына биш көн уҡыуға күсеүҙән һәм полилингваль белем биреүҙе үҫтереүҙән алып уҡытыусыларға ярҙам итеүгә, мәктәптә туҡланыуҙы яҡшыртыуға һәм буллингҡа ҡаршы көрәшкә тиклем күп кенә ҡарарҙар ҡабул иттек. Был алым һөҙөмтә бирә. Беҙҙең балалар берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшыра, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. Республика Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербургтың етди конкуренты булып тора, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Статистикаға килгәндә, Башҡортостан – Рәсәйҙә мәктәп инфраструктураһын үҫтереү буйынса лидерҙарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа республикала 31 меңдән ашыу урынға иҫәпләнгән 48 мәктәп һәм 67 балалар баҡсаһы төҙөлгән. 2026 йылдың тәүге айҙарында ғына 4 яңы мәктәп, шул иҫәптән Волга буйы федераль округында иң ҙур (2200 урынлыҡ) мәктәп асылған.

Бынан тыш, дүрт йыл эсендә «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә төбәктә 72 меңдән ашыу бала уҡыған 181 мәктәп капиталь ремонтланған. 2026 йылда тағы 41 мәктәп, 6 колледж һәм 6 балалар баҡсаһын яңыртыу планлаштырыла.

Быйылғы форумда йәнә сираттағы стратегия әҙерләнде. Цифрлы. Цифрлаштырыуҙың киләсәк өсөн мөһим икәне тураһында һөйләп тороу кәрәкмәйҙер. Был яңы фекер түгел. Ошо киләсәк архитекторҙарын мәктәп эскәмйәһенән үк тәрбиәләү зарур. Иртәрәк тә мөмкин. Информатика уҡытыусыларының «Ҡанатлан!» форумы бырышында үткән беренсе съезында ошо хаҡта һөйләнеләр.

Республикала һанлы технологияларға өйрәтеүҙең заманса системаһы булдырыла. «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты аҡсаһына 20 махсуслаштырылған класс асылған, унда 3 меңгә яҡын уҡыусы пилотһыҙ осоу аппараттарын программаларға һәм улар менән идара итергә өйрәнә.

Белем биреү проекттарын үҫтереүгә, шулай уҡ яһалма интеллект һәм яңы йүнәлештәр, шул иҫәптән яһалма интеллект-робототехника буйынса курстар индереүгә айырыуса иғтибар бүленә.

Иң яҡшы теорияның да практикаһыҙ һөҙөмтә бирмәүе күптән билдәле. Шуға күрә форумда МХО ветерандарын да мәктәптәге эшкә йәлеп итеү тураһында фекер яңғыраны.

— Ир-егеттәр ҡайтҡас, уларҙы мәктәп эшенә лә йәлеп итеү тураһында уйларға кәрәк. Тормош тәжрибәһе туплаған көслө кешеләр, уларҙың илһөйәрлек тәрбиәһе биреүҙә ҡатнашыуы ыңғай роль уйнай ала, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бындай эш алып барыла. Был хаҡта махсус хәрби операция ветерандары — «Ҡанатлан!» форумында ҡатнашыусылар үҙҙәре һөйләне. Яңыраҡ яугир Даниил Зайнапов тыныс тормошта уҡытыусы һөнәрен һайлаған, Өфөнөң 25-се белем биреү үҙәгендә эшләй. Яҡташыбыҙ йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙе, балаларҙа тормош йүнәлештәрен дөрөҫ билдәләүгә, уларҙы спортҡа һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә иғтибар бүлеүҙе мөһим тип һанай.

Форумда хаталар өҫтөндә эшләүгә байтаҡ ваҡыт бүленде. Һүҙ мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек мәсьәләләре хаҡында бара. Өфөнөң 16-сы гимназияһында уҡыусының уйынсыҡ автомат алып килеп, уҡытыусыға һәм өс класташына атҡан осраҡты иҫкә төшөрәйек.

Быйылдан мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте арттырыу һәм деструктив күренештәрҙе иҫкәртеү буйынса саралар комплексы тормошҡа ашырыла. Мәктәптәрҙә тикшереүҙәр, 1664 ойошма, 50 меңдән ашыу хеҙмәткәр һәм 430 мең уҡыусы ҡатнашлығында террорға ҡаршы күнекмәләр үткәрелгән, видеокүҙәтеү һәм инеүҙе контролдә тотоу системалары индерелә, ә хәүефһеҙлек сараларын финанслау 21,3 миллион һумға тиклем арттырылған.

Параллель рәүештә психологик эш көсәйтелә: «Психологик десант» булдырылған, үҫмерҙәрҙең экстремизмға ҡарата көсһөҙлөгөнә мониторинг үткәрелә һәм мәктәптәргә оператив ярҙам күрһәтеү өсөн кризисҡа ҡаршы подразделение ойошторола.

Олег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото:Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү өҫтөндә лә эшләү мөһим. Хәйер, уҡыусыларҙың да, уларҙың ата-әсәләренең дә уҡытыусыға ҡарата ихтирамын тергеҙеү менән шөғөлләнергә кәрәктер. Башҡортостандың мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы лидеры Елена Хаффазова таныштырған социологик һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, ата-әсәләр менән аралашыуҙа килеп тыуған ҡатмарлыҡтар йәш педагогтар өсөн төп ауырлыҡтарҙың береһе булып тора.

Өфөнөң 93-сө лицейы уҡытыусыһы, «Йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсының төбәк этабында абсолют еңеүсе Ангелина Степанова билдәләүенсә, уҡытыусы статусы йәмғиәт һәм дәүләт яғынан өҫтәмә иғтибар талап итә. Йәш педагог республикала уҡытыусыларға ярҙам буйынса бер нисә башланғыстың тормошҡа ашырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, шулай уҡ һөнәрҙе популярлаштырыуҙың яңы форматтарын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, һүҙ педагогтарҙың көндәлек эшен күрһәтергә һәм уларҙың хеҙмәтенә ихтирамды арттырырға мөмкинлек биргән медиапроекттар хаҡында бара.

Әммә балалары һәр ваҡыт хаҡлы булған әсәләрҙең уҡытыусыларға мөнәсәбәтен нисек үҙгәртергә? Форумда ҡатнашыусылар берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу өсөн мәктәптәр һәм ғаиләләр араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырырға кәрәк тигән һығымтаға килде. Әммә был ғына етмәйҙер, моғайын.

Хәлде республика кимәлендә төҙәтергә ҡарар ителде. «Ҡанатлан!» форумының пленар ултырышында Радий Хәбиров хөкүмәткә, мәғариф министрлығына, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына педагогик хеҙмәттең абруйын күтәреү буйынса республика программаһын әҙерләргә ҡушты.

«Был йәмғиәттең, дәүләттең, кешеләрҙең мөнәсәбәте мәсьәләһе. Миңә бер ай эсендә юл картаһының комплекслы планын әҙерләп күрһәтегеҙ», — тине Радий Хәбиров.

Ошо программа сиктәрендә хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы, эш хаҡын арттырыуҙы һәм педагогтар өсөн матди булмаған байлыҡтар системаһын булдырыуҙы, шул иҫәптән заманса уҡытыусылар киңлектәрен әҙерләүҙе һәм педагогтарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән өҫтәмә ҡарарҙар индереүҙе үҙ эсенә алған саралар комплексын әҙерләү планлаштырыла.

Ни өсөн был мөһим? Беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ, һәр беребеҙ — өйҙә генә түгел, ә иң элек мәктәптә тәрбиә алыу һөҙөмтәһе. Унда белемгә, социализацияға нигеҙ һалына, «Нимә яҡшы,  нимә насар» ҡағиҙәләре өйрәтелә.

Сибайҙың 3-сө полилингваль гимназия-интернатының 53 йыл эш стажына эйә булған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Минһылыу Әғзәм Ҡыҙы Теләүҡабулова билдәләүенсә, уҡытыусының эш һөҙөмтәһен шунда уҡ күреү мөмкин түгел: уҡыусы йыш ҡына белемдең ҡәҙерен йылдар үткәс кенә аңлай.

Олег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото:Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

— Шуға күрә бында һәм хәҙер таныу һәр уҡытыусы өсөн бик мөһим. Минең алымдарым һөҙөмтә бирһә (олимпиадаларҙа еңеүҙәр, сығарылыш уҡыусыларының йылы хаттары, коллегаларымдың ихтирамы), үҙемдең дөрөҫ йүнәлештә барыуымды аңлайым. Грамоталар, исемдәр һәм хөрмәт күрһәтеү уҡытыусыларҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра, — тине «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы». «Ҡанатлан!» форумында уға награданы Башҡортостан Башлығы үҙе тапшырҙы.

Тап шуға күрә йәмғиәтебеҙгә хәҙер үк төп хата – уҡытыусы хеҙмәтенә ихтирамдың кәмеүе өҫтөндә эш алып барырға кәрәк. Юғиһә йылдар үтеү менән тормош беҙҙең йәмғиәткә икеле ҡуйыр.

Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова республика идара итеү командаһының уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә ынтылышын юғары баһаланы.

— «Ҡанатлан!» форумы — һәр ваҡыт закон сығарыусылар, власть вәкилдәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр өсөн яңы идеялар, мәғлүмәт алыу мөмкинлеге ул. Ошо майҙансыҡта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы беҙ артабан федераль кимәлдә тәҡдим иттек, улар унда ла хуплау тапты. Бөгөн башҡа төбәктәр ошо проекттар һәм башланғыстар менән ҡыҙыҡһына. Әммә, ниндәй генә заманса технологиялар булмаһын, заманса мәктәптә һәр ваҡыт уҡытыусы төп урынды биләй, — тип йомғаҡ яһаны сенатор.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-04-14/rabota-nad-oshibkami-o-chem-govorili-na-forume-vzletay-v-bashkirii-4648493

Олег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков  | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото:Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас