Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.84
-0.47
90.88
-0.68
62.51
+0.52
2+ °C
Ясно
Мәғариф
9 Апреля , 11:33

Өфө мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау көнө билдәле булды

Быйыл ул бер көнгә һуңыраҡ була.

Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивыВалерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

26 майҙа Өфө мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғырай.

«Башҡортостан Мәғариф министрлығының «2025-2026 уҡыу йылында сығарылыш кисәләренең берҙәм даталары тураһында» хатын иғтибарға алып, 2026 йылдың 26 майында 11-се класты тамамлаусылар өсөн уҡыу йылының тамамланыуына арналған «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын ойошторорға һәм үткәрергә ҡарар итәм», — тиелә «Башинформ»дың ҡарамағындағы документта.

Яуаплы кешеләргә һәм ведомстволарға «Һуңғы ҡыңғырау» үткәргәндә уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоу факттарына юл ҡуймау буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.

Ә инде 1 июндән 9-сы һәм 11-се кластарҙы төп дәүләт имтиханы һәм берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра башлай.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-04-09/nazvana-data-poslednego-zvonka-v-shkolah-ufy-4646036

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас