07:58 (UTC+5), 02 Марта 2026

Республикала 12-се полилингваль мәктәп асылды

Балалар баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп Әбйәлил районы Асҡар ауылының яңы районында урынлашҡан.

Фото: стоп кадр / хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе
Әлфиә Әһлиуллина

Дүшәмбе, 2 мартта, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ВКС режимында Башҡортостанда 12-се полилингваль мәктәпте асты. Тантанала уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.

— Был аҙнаны күңелле ваҡиғанан башларға тәҡдим итәм. Бөгөн Әбйәлил районында республикала 12 полилингваль мәктәпте асабыҙ. Мәктәп ҙур, матур. Ул ҙур төҙөлөш эштәре барған ерҙә урынлашҡан. Мәктәп балалар баҡсаһы менән берләштерелгән, Асҡар ауылы өсөн яңы социомәҙәни үҙәк булыр тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына яҡшы уҡыуҙарын теләне, Башҡортостандың бөтә уҡытыусыларына хеҙмәттәре, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев үҙенең докладында «Хазина» мәктәбенең асылыуын тотош район өсөн ҙур байрам булып тороуын белдерҙе һәм районға етди иғтибары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, мәктәп – 640 уҡыусыға, ә мәктәп ҡарамағындағы балалар баҡсаһы 160 балаға иҫәпләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-03-02/v-bashkirii-otkrylas-12-aya-polilingvalnaya-shkola-4598260

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика