

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә 2026 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу графигына төҙәтмәләр менән бойороҡ проектын әҙерләгән.
Проекттың төп яңылығы имтихандарҙы үткәреү пункттарына йөкләмәне бүлеүгә һәм ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә лә ҡағыла. Документ тексына ярашлы, төп фәндәр өсөн икешәр көн бүленгән. Әйтәйек, хәҙер рус теленән имтиханды ике көн рәттән – 4 июндә (кесаҙна) һәм 5 июндә (йома) ойоштороу планлаштырыла.
Математиканан база һәм профилле кимәлдәге имтихандар ҙа ике ағымға бүленгән – 8 июндә (дүшәмбе) һәм 9 июндә (шишәмбе).
18 һәм 19 июндә сит телдәр (һөйләү телмәре) һәм информатика буйынса һынауҙар үткәрелә.
Тәҡдим ителгән редакцияға ярашлы, берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро йәйҙең беренсе көнөндә башлана:
1 июнь (дүшәмбе) — тарих, әҙәбиәт, химия;
4 июнь (кесаҙна) — рус теле;
5 июнь (йома) — рус теле;
8 июнь (дүшәмбе) – база кимәлендәге математика буйынса БДИ, профилле кимәлдәге математика буйынса БДИ;
9 июнь (шишәмбе) – база кимәлендәге математика буйынса БДИ, профилле кимәлдәге математика буйынса БДИ;
11 июнь (кесаҙна) – йәмғиәтте өйрәнеү, физика;
15 июнь (дүшәмбе) — биология, география, сит телдәр (инглиз, испан, ҡытай, немец, француз) (яҙма өлөшө);
18 июнь (кесе йома) — сит телдәр (инглиз, испан, ҡытай, немец, француз) (һөйләү телмәре), информатика;
19 июнь (йома) — сит телдәр (инглиз, испан, ҡытай, немец, француз) (һөйләү телмәре), информатика.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.