Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.74
+0.12
90.87
-0.17
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Февраль , 10:25

Өфөлә «Йыл уҡытыусыһы»ның исеме билдәле булды

Йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

матбуғат хеҙмәте / Өфө мэрияһы
Фото: матбуғат хеҙмәте / Өфө мэрияһы

Өфөлә «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2026» һәм «Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2026» ҡала конкурстарын бүләкләү һәм ябыу тантанаһы үтте. Сара Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында уҙҙы.

Конкурстарҙың ҡала этабында Өфөнөң дөйөм белем биреү ойошмаларынан бөтәһе 73 уҡытыусы ҡатнашты. Педагогтар «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» (25 уҡытыусы), «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» (10), «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» (12), «Педагогик дебют» (22), «Педагогик өмөт» (4) номинацияларында үҙ көсөн һынаны.

Абсолют еңеүсенең исемен Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева иғлан итте.

— Йылдан-йыл конкурсанттарҙың оҫталыҡ кимәле арта бара. Ҡатнашыусыларға, шулай уҡ һеҙҙең педагогик коллективтарығыҙға, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Жюри ағзаларына айырым рәхмәт: һеҙ ғәйәт ҙур эш башҡарҙығыҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем! Был конкурс һеҙҙең профессиональ карьерағыҙҙа мөһим этап булғандыр тип ышанам, — тип билдәләне вице-мэр.

29-сы белем биреү үҙәгенең математика уҡытыусыһы Данил Бобров «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсының абсолют еңеүсеһе тип танылды.

«Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсында Анатолий Хохлов исемендәге 10-сы белем биреү үҙәгенән Ләйсән Хәсәнова еңеү яуланы.

Өфөнөң Мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс еңеүселәренә баш ҡала хакимиәтенең маҡтау грамотаһы, аҡсалата сертификат, статуэтка тапшырылды. Абсолют еңеүсе Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһынан ялға сертификат менән бүләкләнде.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2026-02-18/v-ufe-nazvali-imya-uchitelya-goda-4582557

матбуғат хеҙмәте / Өфө мэрияһы
Фото: матбуғат хеҙмәте / Өфө мэрияһы

«Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2026» конкурсы еңеүсеһе – 161-се лицейҙың физика уҡытыусыһы Александр Курчеев.

Автор: Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас