Бөгөн, 10 февралдә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика ҡалалары мәктәптәренең директорҙары менән осрашты. Осрашыуҙа белем биреү учреждениеларын террорҙан һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде.
— Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһы яңынан ҡарауға һәм көсәйтеүгә мохтаж. Беҙ балаларҙы яҡларға бурыслы. Уларҙың һаулығы, ғүмере, киләсәге беҙҙең дөйөм хәүефте алдан күрә белеүгә бәйле, — тине Радий Хәбиров. — Хәҙер беҙ ике мәсьәлә өҫтөндә эшләйбеҙ. Беренсеһе – мәктәптәрҙе физик һаҡлауҙы тәьмин итеү мәсьәләһе. Ошо йәһәттән эште яҡшыртырға кәрәк. Был маҡсатҡа өҫтәмә финанслау бүлербеҙ. Росгвардия менән контроль сараларҙы ла көсәйтеү тураһында һөйләшеп килештек. Икенсеһе – хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙең техник сараларын яңыртыу буйынса эште дауам итербеҙ.
Үҫмерҙәр, бигерәк тә социаль яҡтан хәүефлеләр менән эште үҙгәртергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
— Хәҙер беҙ мәктәптәрҙе тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле булған кире күренештәрҙе, шул иҫәптән буллингты иҫкәртеү һәм булдырмау эше өсөн дә баһалайбыҙ. Шул рәүешле эшегеҙҙе күреп торорбоҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров республиканың мәғариф министрлығына директорҙарҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙарына төбәктән өҫтәмә түләү мәсьәләһен тикшерергә, уларҙы уҡытырға, шулай уҡ мәктәптә психология хеҙмәтен яңыртырға ҡушты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.