

Башҡортостанда Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән балалар һаны йылдан-йыл арта. Әгәр 2019/2020 уҡыу йылында олимпиадаларҙың йомғаҡлау этабында республика исеменән 82 ҡатнашыусы сығыш яһаһа, 2024/2025 йылдарҙа иһә 153. Республиканан еңеүселәр һәм призерҙар һаны ла арта. 2023 йылда – 36, 2024 йылда – 52, 2025 йылда 57 награда. Башҡортостан Башлығы үҙенең телеграм-каналында ошондай мәғлүмәттәр менән бүлеште.
Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында еңеү яулауы, илдең теләһә ниндәй юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеүе – уларҙың тырышлығы һәм таланты, шулай уҡ Башҡортостанда һәләтле балалар менән системалы эшләү һөҙөмтәһе, тип билдәләне республика етәксеһе.
2019 йылда Башҡортостанда «Аврора» балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыҡлау, ярҙам итеү һәм үҫтереү төбәк үҙәге асылды. Уҡыусылар менән фән, сәнғәт, спорт йүнәлештәре буйынса шөғөлләнәләр.
Әйткәндәй, нефть университеты студенты, химия буйынса бер нисә халыҡ -ара олимпиада еңеүсеһе Вадим Харисов, Өфөнөң 93-сө лицейы уҡыусыһы, климаттың үҙгәреүе һәм экология мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара олимпиадала абсолют еңеүсе София Салангина «Аврора»ла шөғөлләнгән.
Белем алыу һәм ижад өсөн яңы мөмкинлектәр «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында булдырыла. Үҙәк тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса белергә мөмкин.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.