2026 йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә индерелә. Үҙгәрештәр, тәү сиратта, документтар тапшырыуға, колледж тамамлаусыларҙың уҡырға инеүенә, шулай уҡ маҡсатлы ҡабул итеү ҡағиҙәләренә ҡағыла.
2026 йылда абитуриенттар документтарын «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша, университеттың ҡабул итеү комиссияһына килеп тапшыра йәки уларҙы почта аша ебәрә ала. Вуздарҙың үҙ мәғлүмәт системалары аша ғариза биреү мөмкинлеге бөтөрөлә, тип хәбәр итә РИА Новости.
Бынан тыш, маҡсатлы ҡабул итеү механизмын артабан камиллаштырыу өсөн маҡсатлы квота аныҡ заказсыларҙы, ойошмаларҙы, уҡытыу формаларын, белем биреү программаларын һәм урындар һанын күрһәтеп билдәләнә.
Билдәләнеүенсә, бакалавриат һәм белгеслек программалары буйынса уҡырға ингәндә маҡсатлы һәм махсус квотаның вакантлы урындары айырым квотаға бүленә.
Үҙгәрештәр колледж тамамлаусыларҙы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләренә лә ҡағыла. 2026 йылдан улар бары тик алған һөнәри белеме йүнәлешенә тап килгән белгеслек буйынса ғына БДИ һөҙөмтәләренән тыш юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.