12:20 (UTC+5), 16 Декабря 2025

Башҡортостанда полилингваль мәктәп уҡытыусыларына өҫтәмә аҡса түләнә

Башҡортостанда бөтәһе 11 полилингваль мәктәп эшләй.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2024 йылда республиканың полилингваль мәктәптәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына 20% күләмендә өҫтәмә түләү индерелде. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев хәбәр итте.

Шулай уҡ, уның һүҙҙәренсә, 2023 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең иң яҡшы башҡорт һәм рус теле, әҙәбиәте уҡытыусыларына бирелгән аҡсалата дәртләндереү күләме 50-нән 100-гә тиклем арттырылды.

Республика полилингваль мәктәптәренең 20 педагогы һәм 20 туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы 50 мең һум аҡса алыусылар иҫәбенә индерелде. Өс йыл эсендә полилингваль мәктәптәрҙең 55 уҡытыусыһы аҡсалата дәртләндереүгә лайыҡ булды.

Бынан тыш, йыл һайын полилингваль мәктәптәрҙең етәкселәре һәм уҡытыусылары тәжрибә уртаҡлашыу өсөн башҡа төбәктәргә бара.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда 2030 йылға тиклем тағы ла биш полилингваль мәктәп асырға планлаштырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-12-16/v-bashkirii-uchitelya-polilingvalnyh-shkol-poluchayut-doplaty-4510161

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика