12:41 (UTC+5), 21 Ноября 2025

Өфөлә мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәрҙәр араһында «Йыл педагогы» конкурсы старт алды

Унда ҡатнашыу өсөн 42 педагог үҙ кандидатураһын күрһәтте.

Фото: матбуғат хеҙмәте / Өфөнөң Мәғариф идаралығы
Әлфиә Әһлиуллина

20 ноябрҙә Өфөнөң Владимир Комаров исемендәге Балалар ижады һарайында «Башҡортостан баш ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» ҡала һөнәри конкурсын асыу тантанаһы үтте.

Дүрт йыл эсендә конкурс ярыштарында 250-гә яҡын балалар баҡсаһы педагогы ҡатнашҡан. Быйыл 42 мәктәпкәсә йәштәге хеҙмәткәр үҙ оҫталығын күрһәтә. Улар араһында – баш ҡаланың ете районынан тәрбиәселәр һәм өлкән тәрбиәселәр.

Шулай уҡ «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы ойошторола.

— Һәр заманда ла тәрбиәсе үҙ ғүмерен үҫеп килгән быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлаған. Һеҙгә яратып башҡарған эшегеҙ, хәстәрлегегеҙ һәм ижадығыҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Еңеүҙәр һәм сағыу тәьҫораттар теләйем, — тип сәләмләне конкурста ҡатнашыусыларҙы Өфөнөң Мәғариф идаралығы начальнигы Азат Батыршин.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-11-21/v-ufe-startoval-konkurs-pedagog-goda-sredi-doshkolnyh-rabotnikov-4476852

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика