

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү теҙмәһенә үҙгәрештәр индерҙе. 2025-2026 уҡыу йылынан алып берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) һәм төп дәүләт имтиханын (ТДИ) тапшырыуҙың төп осоро 1 июндән һуң башлана.
Хәбәр ителеүенсә, ҡарар уҡыусыларҙың мәктәп курсы предметтары буйынса уҡыу программаларын тулыһынса үҙләштереүен тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән. Имтихан кампанияһын һуңыраҡ башлау ваҡыты сығарылыш уҡыусыларына уҡыу процесын ҡыҫҡартмайынса уҡыуын тамамларға мөмкинлек бирәсәк.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм Рособрнадзорҙың 2026 йылға имтихандар теҙмәһен раҫлаған бойороҡтары әҙерләнгән, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.