21:46 (UTC+5), 11 Ноября 2025

Благовещенда колледж ябылмаясаҡ — Радий Хәбиров

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ»
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Радий Хәбировҡа Башҡорт архитектура-төҙөлөш колледжының Благовещен филиалының киләсәге тураһында һорау бирҙеләр. Благовещендар әйтеүенсә, белем усағының ябылыуы хаҡында хәбәр таралған.

Радий Хәбиров колледжды ябыу тураһында һүҙ бармай, тип ышандырҙы.

«Беҙ колледждарҙы ябыуҙан бик йыраҡ. Минеңсә, Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү йорттары селтәрен һаҡлап ҡалыуы бик яҡшы күренеш. Беҙҙә улар күп — 92 колледж. Һәр район үҙәгендә тиерлек бар, уларҙың һәр ҡайһыһы төрлө торошта. Ҡайһы берҙәре Совет СПТУ-лары заманында тороп ҡалған, ә ҡайһылары республикала урта һөнәри белем биреүҙең флагмандары тип иҫәпләнә.

Благовещен колледжын беҙ ябырға йыйынмайбыҙ. Бөтәһе ҡалала өс колледж һәм беҙ уларҙы берләштерәбеҙ — ҙур уҡыу комплексы булдырабыҙ. Колледж Благовещен киң профилле һөнәр биреү колледжына ҡушыласаҡ, бындай үҙгәрештәр бер нисә ҡалала көтөлә. Был көстәрҙе берләштерергә, артыҡ сығымдарҙы оптималләштерергә мөмкинлек бирә. Шуны ҡабатлайым, мәғариф учреждениеһы ябылмай, колледждар — беҙҙең сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының төп партнеры.

Тура эфир тексты «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында ҡарарға мөмкин

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-11-11/glava-bashkirii-proyasnil-dalneyshuyu-sudbu-kolledzha-v-blagoveschenske-4462261

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика