07:13 (UTC+5), 29 Октября 2025

Республикала ауыл мәктәптәре директорҙарына гранттар түләү тәртибе раҫланды

Һәр гранттың суммаһы — 690 мең һум.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» агентлығы архивы
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан хөкүмәте ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү учреждениелары етәкселәренә гранттар түләү тәртибен раҫланы. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

Яңы башланғыс ауыл мәктәптәре директорҙарын һөнәри уңышҡа дәртләндереүгә һәм республиканың алыҫ райондарында белем биреү учреждениеһы етәксеһе һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Аҡса йыл һайын республика бюджетынан махсус ойошторолған конкурста еңеүсе тип танылған белем биреү ойошмаларының иң яҡшы етәкселәренә бүленә.

Республиканың Мәғариф министрлығы ауыл ерендә мәғарифты үҫтереүҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән иң яҡшы идара итеү кадрҙарын конкурс буйынса һайлап алғандан һуң гранттар биреү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Конкурста еңеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам күрһәтелә.

Грант алыусылар бер нисә талапты үтәргә бурыслы, шул иҫәптән аҡса алғандан һуң мәктәптә кәмендә 10 йыл эшләргә кәрәк. Ошо шартты үтәмәгән осраҡта аҡсаны республика бюджетына кире ҡайтарыу талап ителә.

Гранттар түләү тәртибен үтәүҙе Башҡортостан премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев контролдә тота.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йыл һайын ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре өсөн 50 грант булдырылды. Һәр гранттың суммаһы – 690 мең һум.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-10-29/v-bashkirii-utverzhden-poryadok-vyplaty-grantov-direktoram-selskih-shkol-444537

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика