07:30 (UTC+5), 10 Сентября 2025

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәре федераль исемлеккә индерелде

Һүҙ «Туған (башҡорт) тел», «Туған (башҡорт) әҙәбиәт», «Дәүләт башҡорт теле» предметтары буйынса дәреслектәр хаҡында бара.

Фото: Валерий Шахов
Әлфиә Әһлиуллина

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы үҙенең бойороғо менән 1-9-сы кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 46 комплект дәреслекте федераль исемлеккә индерҙе. Был дәреслектәр 2029 һәм 2030 йылдарға тиклем ғәмәлдә була, тип хәбәр иттеләр республиканың мәғариф министрлығынан.

Ведомствола белдереүҙәренсә, министрлыҡ «Туған (башҡорт) тел», «Туған (башҡорт) әҙәбиәт», «Дәүләт башҡорт теле» предметтары буйынса дәреслектәрҙең йөкмәткеһен федераль дәүләт мәғариф стандарттарына ярашлы итеү буйынса маҡсатлы эш алып барҙы. Был ойошмаларға башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем биреү программаларында ҡулланырға рөхсәт ителгән дәреслектәрҙе артабан федераль исемлеккә индереү өсөн кәрәк ине.

Бойороҡ менән бында танышырға мөмкин.

Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 сентябрҙән 5-7-се кластар яңы тарих дәреслектәренән уҡый башлай.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-09-10/uchebniki-po-bashkirskomu-yazyku-i-literature-vklyucheny-v-federalnyy-perechen-4381757

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика