
Башҡортостанда 2024 йылда башланған стоматология кабинеттарын яңыртыу эше бара. Был 16 кабинетҡа ҡағыла.
Республика мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл 8 яңыртылған стоматология кабинетын асыу планлаштырыла. 1 сентябрҙә, Белем көнөндә, Благовещендың 6-сы мәктәбендә, Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбендә, Ҡариҙелдең 2-се мәктәбендә, Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбендә һәм Межгорьеның 2-се мәктәбендә стоматология кабинеттары үҙ ишектәрен асты.
Уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен район хакимиәте башлыҡтары һәм уларҙың урынбаҫарҙары, мәғариф идаралығы органдары етәкселәре, шулай уҡ район поликлиникаларының баш табиптары ҡотланы.
Кабинеттарҙа капиталь ремонт эшләнгән, ғәмәлдәге стандарттарға ярашлы заманса стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған, төрлө төҫтәге кәрәҙҙәр рәүешендә биҙәлгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан алып «Юғарыға ос!» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә республиканың 134 мәктәбендә стоматология кабинеттары асылды һәм яңынан йыһазландырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.