Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.56
0
95.48
0
65.58
-1.41
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь , 17:28

Өфөнән Арыҫлан Ярмуллин Бөтә Рәсәй корей әҫәрҙәрен тасуири һөйләүселәр конкурсында еңеү яулаған

Арыҫландың сығышы хатта Корей милләте вәкилдәрен таң ҡалдырған.

Арыҫлан Ярмуллин
Фото:Арыҫлан Ярмуллин

Бөтә Рәсәй корей әҫәрҙәрен тасуири һөйләүселәр конкурсы ошо көндәрҙә Дондағы Ростов ҡалаһында уҙған. Бер башҡорт малайы сит ҡалаға барып корей һәм бүтән милләт вәкилдәре араһында еңеү яулаһын әле! Һоҡланмаҫҡа мөмкин түгел. Арыҫландың еңеүе хаҡында «Башинформ»дың рус порталы хәбәр итә.  

Арыҫлан Ярмуллин — баш ҡала егете. Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамлаған. Студент йылдарында ул корей йырҙары ҡыҙыҡһынып китә һәм ошо үҙенсәлекле телде өйрәнеү теләге менән яна башлай. Әмәлгә ҡалғандай, факультетта корей телен өйрәнеү курстарын иғлан итәләр. Егет был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай. 

Тырышып өйрәнә торғас, Арыҫлан корей телен уҡытырлыҡ кимәлгә етә. Әле иһә ул Өфөлә «Тонари» клубын ойошторған һәм корей теленән онлайн-дәрестәр бирә. Ситтән тороп Мәскәүҙәге тел мәктәбендә эшләп тә өлгөрә.

«Конкурсҡа Ха Джонхёк исемле уҡытыусым саҡырҙы. Тәүге турҙа еңеү яулағас, мин дәртләнеп киттем. Ныҡлы әҙерләндем. Ростовта ҙур аудитория алдында сығыш яһарға кәрәк ине. Мин унда корей халҡының боронғо Балхэ дәүләтенең тарихы хаҡында һөйләнем. Мәҙәниәт үҙәгенең директоры минең сығыштан һуң, аптырап, хатта Кореяның үҙендә лә күбеһе белмәгән тарихты һөйләүемә һоҡланды. Һөҙөмтәлә мин конкурста беренсе урын алдым. Жюри ағзалары сығышымдан һуң рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, бөгөн үҙебеҙ ҙә быға тиклем белмәгән әллә күпме яңы мәғлүмәт алдыҡ тип маҡтанылар», — тип уртаҡлашты үҙенең еңеүе хаҡында булдыҡлы егет.

Арыҫлан конкурста ла еңгән, Ростовтағы корейҙар менән тәжрибә уртаҡлашып, киләсәккә идеялар ҙа туплап ҡайтҡан.  

«Ростовта Корея мәҙәниәте үҙәге эшләй. Мәктәп-университеттарҙа ошо телде уҡыталар. Ә беҙҙә ундай мөмкинлектәр булмауы үкенесле. Киләсәккә маҡсатым — теләгән һәр кемде Корея мәҙәниәте менән таныштырыу, уны өйрәтеү, уларҙың яҡшы яҡтарын өйрәнеү. Ә был халыҡтан беҙгә өйрәнә, фәһем ала торған нәмәләр бик күп. Халҡыбыҙҙың егеттәре һәм ҡыҙҙары, тыуған башҡорт телебеҙгә өҫтәп, ни тиклем күберәк төрлө телдәрҙе белһә, мәҙәни кимәлебеҙ ҙә шул тиклем юғарыраҡ буласаҡ һәм был беҙгә халыҡ-ара кимәлдә танылыуға, уңыштарға ирешеүгә юл асасаҡ», — ти Арыҫлан. 

Афарин, Арыҫлан!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: