Кисә, 1 сентябрҙә, Буранғол мәктәп-интернаты капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Тиҫтәләрсә йылдар ремонтһыҙ торған бина йәнә яңы һәм заманса төҫ алды. Капиталь ремонт мәктәпкә яңы һулыш өрҙө.
Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы.
— Төҙөлөш барышында беҙ бында күп тапҡыр килдек, шуға ла ышаныслы әйтә алам: һоҡланғыс бина килеп сыҡты, унда үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған иң яҡшы төҙөүселәр эшләне. Быларҙың барыһы ла бик ҡиммәткә төштө. Яңы интернат буранғолдарҙың мәнфәғәтенә булһын, – тип сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны район башлығы.
Шулай уҡ Айрат Әминев республика Башлығы Радий Хәбировҡа, төбәк хөкүмәтенә һәм ремонт эштәренең бағыусыһы «Салауатс» ойошмаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ул Әбйәлил халҡының республика етәкселегенең ярҙамын һәм иғтибарын тойоуын билдәләне. Быйыл ғына район мәктәптәре алты автобус алған, Асҡарҙа төҙөкләндерелгәндән һуң «Ҡайынҡай»» балалар баҡсаһы асылған, башҡа мәктәптәрҙе лә яңыртыу планлаштырыла.
Таһир Бәхтигәрәев тә ауыл халҡын мәктәп асылыуы һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы. Ул «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең киләсәк быуынды үҫтереүгә йүнәлтелгән социаль проекттарға һәр саҡ айырыуса иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Балаларҙың уҡыуға теләге артһын өсөн Буранғол мәктәп-интернатын яңыртырға булдыҡ. Бөгөнгө көнгә төҙөкләндереү эштәрен тамамлап ҡына ҡалманыҡ, барлыҡ биналарға заманса ҡорамалдар, кәрәкле йыһаздар ҡуйҙыҡ. Мәктәптә яңы күп функциялы кабинеттар булдырылды, ашхана йыһазландырылды, биләмә йәшелләндерелде. Быларҙың барыһы ла һеҙ, уҡыусылар, яҡшы уҡыһын һәм тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшһен өсөн эшләнелде, — тип мөрәжәғәт итте ул уҡыусыларға.
Сарала ауыл халҡы исеменән мәғариф ветераны, Буранғол мәктәбенең элекке директоры Хәҙисә Хилалова сығыш яһаны. Ул бағыусыларға рәхмәтен белдерҙе һәм быға тиклем интернатта балалар балаларҙың насар шарттарҙа йәшәүе хаҡында һөйләне.
— Балалар ауыр шарттарҙа йәшәне, һыуыҡ, дымлы ине. Интернатта быйма кейеп эшләнек. Ата-әсәләр бик борсола торғайны. Инвесторҙарға һәм төҙөүселәргә рәхмәт, улар ярҙамы менән бөгөн районыбыҙҙа иң заманса интернат асылды. Ысынлап та, ауылдаштар икеләнә ине, «Салауатское» ойошмаһы үҙенең хеҙмәткәрҙәренә ятаҡ әҙерләй, тигән хәбәрҙәр ҙә таралды. Әммә хәҙер уның социаль яуаплы предприятие икәненә инандыҡ. Компания интернатты ғына түгел, дауаханабыҙҙы ла, балалар баҡсаһын да яңыртты. Бында беҙ юғары сифатлы медицина ярҙамы ала алабыҙ. Барлыҡ ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт, — тине Хәҙисә Хилалова.
Шуны өҫтәргә кәрәк, Буранғол ауылындағы интернат-мәктәпкә капиталь ремонт яһау быйыл 6 июндә башланғайны. Эш 1100 квадрат майҙанда башҡарылдв. Был ваҡыт эсендә подрядсы ойошма дөйөм майҙаны 160 квадрат метр булған 2 спорт залды, бейеү залын, кухня һәм медицина блоктарын яңыртты, душ, бәҙрәф, йәшәү бүлмәләре, музей, хеҙмәт бүлмәһен йыһазландырҙы.