



Телмәре боҙолған уҡыусылар өсөн Бөрө коррекция мәктәп-интернаты 1944 йылда асылған. Хәҙерге ваҡытта унда 389 бала уҡый, уларҙың 49-ы – инвалид, 145 уҡыусы интернатта йәшәй. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрөгә эш сәфәре барышында мәктәп-интернатта булды.
Белем усағы директоры Ирина Таһирова әйтеүенсә, мәктәптә тамаша залы, ашхана, уйын бүлмәләре, спорт залы, дөйөм майҙаны 599,2 квадрат метрлыҡ 9 йоҡо блогы, гараж, йәшелсә һаҡлағыс, стадион, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, мәктәп автоҡаласығы, уҡыу-тәжрибә участкаһы, мәктәп музейы бар.
Шулай уҡ сенсор бүлмәһе, дауалау физкультураһы, психолог һәм логопед кабинеттары эшләй.
«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә яңы ҡорамалдар һатып алынған.
Мәктәптә коворкинг, Wi-Fi зонаһы, робототехника мәктәбе, китапхана, буккроссинг зонаһы, процедура, массаж, физиотерапия, стоматология кабинеттары, фитобар, педиатр кабинеты бар.
«Беренсе аҙымдар» хәрәкәтенең федераль гранты иҫәбенә «Тере балсыҡ» инклюзив ижади киңлеге ойошторолған. Радий Хәбиров көршәксе оҫтаханаһын да ҡараны, бында балалар балсыҡтан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Мәктәп ихатаһында булдырылған предмет-эстетик мөхит һәм уҡыу йортоноң интерьеры республика етәксеһендә һоҡланыу уятты. Быйылдан интернат биләмәһендә иппотерапия менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған.
Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин быйыл республикала өс коррекция мәктәбенең капиталь ремонт программаһына индерелеүен әйтте.
«Беҙ республикала коррекция мәктәптәре системаһын һаҡлап ҡалдыҡ, уларҙың матди базаһын тәртипкә килтерәбеҙ. Сәләмәтлеге үҙенсәлекле балалар айырыуса иғтибарға мохтаж. Бөрө коррекция мәктәп-интернаты балаларыбыҙҙы нисек яратыу һәм улар тураһында хәстәрлек күреүҙең сағыу миҫалы», – тип яуапланы Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.