10:08 (UTC+5), 08 Августа 2025

Күпселек студенттар Башҡортостан вуздарын һайлай

Дөйөм алғанда, быйыл абитуриенттар Башҡортостан вуздарына уҡырға инеү өсөн 206 584 ғариза биргән. Был иһә былтырғыға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә күберәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Альмира Давлетбаева

«Был беҙҙең өсөн бик мөһим күрһәткес булып тора. Өфөнөң юғары уҡыу йорттары йәштәребеҙҙе нығыраҡ йәлеп итә. Быны мин юғары уҡыу йорттары етәкселеге һәм коллективтары, республиканың идара итеү командаһы, алдынғы предприятиеларыбыҙ күп көс һалған системалы эштең һөҙөмтәһе тип иҫәпләйем», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостандың дүрт вузы «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашты, тип иҫкә төшөрҙө ул. Бынан тыш, «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Өфөлә илдә иң яҡшы кампустарҙың береһе төҙөлә. Быларҙың барыһы ла йәштәр үҙебеҙҙә ҡалһын һәм белем алһын, сит төбәктәрҙең һәләтле йәштәре республикабыҙға уҡырға килһен өсөн эшләнә.

Әле 10,6 мең кеше беренсе курсҡа ҡабул ителгән, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Быйыл бөтәһе 15 523 бюджет урыны бар.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүленә. 69 яугир һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 545 балаһы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе аграр университетты һайлаған, ә бына махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары йышыраҡ Өфө фән һәм технологиялар университетын һайлай.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-08-08/priemnaya-kampaniya-2025-goda-v-vuzy-bashkirii-stala-odnoy-iz-samyh-massovyh-4342769

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика