11:46 (UTC+5), 29 Июль 2025

Өфө уҡытыусыһы «Класс темаһы!» телешоуының ярымфиналына сыҡты

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм «Рәсәй» телеканалы «Класс темаһы!» телешоуының яңы миҙгеленә ҡатнашыусыларҙы һайлап алды.

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандан «Класс темаһы!» телешоуының яңы миҙгелендә Өфө ҡалаһы «Яңы мәктәп» белем биреү үҙәгенең тарих уҡытыусыһы Юлиә Садиҡова ҡатнаша.

Рәсәй мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быйыл конкурсҡа педагогтарҙан 6720 ғариза килгән. Иң йәш ҡатнашыусыға — 18, ә иң өлкәненә 76 йәш булған. Әүҙем төбәктәр иҫәбендә – Краснодар крайы, Новосибирск өлкәһе һәм Санкт-Петербург ҡалаһы. Конкурста тарих, география, физика, химия, биология, математика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашҡан. Уларға үҙ фәне буйынса тест үткән һәм видеовизитка әҙерләгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, телешоу президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса ойошторола. Маҡсаты –  уҡыусыларҙы дәртләндерергә һәләтле оҫта педагогтарҙы асыҡлау.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-07-29/pedagog-iz-ufy-proshla-v-polufinal-teleshou-klassnaya-tema-4331019

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика