07:26 (UTC+5), 24 Июля 2025

Республика колледждарына 52 меңдән ашыу ғариза бирелгән

Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе һәм башҡа төбәктәр менән бер рәттән лидерҙар иҫәбенә инде.

Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика колледждарында ҡабул итеү кампанияһы барышы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгә 52 меңдән ашыу ғариза тапшырылған. Был һан артыр тип көтөлә, сөнки документтар ҡабул итеү 15 авгусҡа тиклем бара.

«Республикала колледждар менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Был иһә талап ителгән һөнәр алыу, яҡшы эш табыу мөмкинлеге. Йәштәрҙең теләге урта һөнәри белем биреү системаһының мөмкинлектәренә тап килһен өсөн күп көс һалабыҙ. Быйыл бюджет урындарын 2 меңгә арттырҙыҡ. Хәҙер 24 299 урын иҫәпләнә, күпселеге – көндөҙгө бүлектә».

Радий Хәбиров шулай уҡ «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» федераль проекты хаҡында һөйләне, уның сиктәрендә 2026 йылда республикала 27 урта һөнәри белем биреү кластеры булдырыла. Уларҙың һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урынды биләй.

«Колледждарҙы үҙ көсөбөҙ менән дә яңыртабыҙ. Уҡыу корпустарын һәм ятаҡтарҙы ремонтлау өсөн йыл һайын бюджетҡа 500 миллион һум аҡса һалабыҙ. Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: эшсе һөнәрҙәр һайлаған, производствола, ауыл хужалығында эшләргә теләге булған йәштәр заманса шарттарҙа йәшәргә һәм уҡырға тейеш», — тип яҙа ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙер мәктәп тамамлаусылар документтарын Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» сервисы ярҙамында тапшырырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-07-24/v-kolledzhi-bashkirii-postupilo-bolee-52-tysyach-zayavleniy-ot-abiturientov-4324696

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика